3 декабрь, Шәмбе

05 март 2010 йыл, 12:15

Ҡоншаҡта район башҡорттары ҡоролтайы үтә

автор: Марина Шумилова

Ҡоншаҡ ауылында — Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы үҙәгендә бөгөн район башҡорттары ҡоролтайы үтә. Уның делегаттары башҡорт мәҙәниәтен, телен, халыҡ йолаларын һәм традицияларын тергеҙеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерә. Ҡоролтайҙың көн тәртибендә – етенсе өлкә башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау, ул III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегация составын билдәләйәсәк.

Ҡоролтай үтәсәк район Мәҙәниәт йорто фойеһында халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм башҡорт милли аш-һыуы күргәҙмәләре ойошторолған. Иң һуңынан Ҡоншаҡ районы үҙешмәкәр ижади коллективтары концерт күрһәтәсәк.

Белешмә өсөн. Әлеге ваҡытта Силәбе өлкәһендә 200 мең башҡорт йәшәй. Башҡорттарҙың иң күбе Арғаяш (60 проценттан ашыуы) һәм Ҡоншаҡ (48 процент) райондарында тупланған. Был райондарҙа уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында уҡ “Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү” программалары ҡабул ителде, һәм район башҡорттары ҡоролтайҙары уларҙы тормошҡа ашырыуға әүҙем булышлыҡ итә. 1997 йылдың яҙында Ҡоншаҡ район Мәҙәниәт йортонда беренсе район башҡорттары ҡоролтайы үткәрелде, уның эшендә ауыл ҡоролтайҙарында һайланған 300-гә яҡын делегат ҡатнашты. Был ҡоролтайҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә Ҡоншаҡ районы хакимиәте әүҙем ҡатнашты. Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре лә ҡатнашты. Һуңғы 10 йылда Ҡоншаҡ районының Башҡортостан Республикаһы менән иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәре һиҙелерлек нығынды, Ҡоншаҡ районы менән Учалы районы һәм ҡалаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.