9 декабрь, Йома

05 март 2010 йыл, 11:42

“Һаулыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыуға 2 миллиард һум самаһы аҡса инде

автор: Елена Макушина

Башҡортостан Республикаһында 2009 йылда «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проектының 15 йүнәлеше тормошҡа ашырылды. Федераль бюджеттан субвенциялар, субсидиялар, дарыуҙар һәм иммунобиологик препараттар, диагностика ҡорамалдары, санитар автотранспорт, мәғлүмәт материалдары һәм медицина хеҙмәтләндереүҙәре формаһында 2,4 миллиард һум аҡса алынды. Башҡортостан Республикаһы бюджетынан өҫтәмә финанслау 495 миллион һум тәшкил итте.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын нығытыу буйынса саралар дауам иттерелде: 10 мең медицина хеҙмәткәре өҫтәмә аҡсалата түләүҙәр алды, 445 беренсел звено табибы ҡайтанан әҙерлек үтте һәм квалификацияһын күтәрҙе.

2 миллион кеше ВИЧ-инфекцияға һәм вируслы гепатитҡа тикшерелде.

Нәҫелдән килгән ауырыуҙарға неонаталь скрининг сиктәрендә яңы тыуған сабыйҙарға 100 мең тикшереү үткәрелде.

145 мең эшләүсе граждан, 10,5 мең етем һәм ауыр тормош хәленә дусар булған бала өҫтәмә диспансерлаштырыу үтте. Зарарлы хеҙмәт шарттарында эшләгән 92 мең хеҙмәткәргә тәрән медосмотр үткәрелде.

«Һаулыҡ» милли проектының был бүлеген бойомға ашырыу йомғаҡтары буйынса мохтаж булыусыларҙың барыһы ла диспансер күҙәтеүенә алынды һәм улар кәрәкле дауалау үтә.