6 декабрь, Шишәмбе

05 март 2010 йыл, 11:14

Бер йылда республика малсылары 10 меңдән ашыу тоҡомло һыйыр малы һатып алды

автор: Эльвира Латипова

2009 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәре 10 мең баштан ашыу тоҡомло һыйыр малы һатып алды. Шуларҙан 4,2 меңе республиканың тоҡомсолоҡ хужалыҡтарынан алынды.

Тоҡомло йәш малдың ҡалғаны сит илдәрҙән йәки Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килтерелде. Бынан тыш, ике меңдән ашыу сусҡа, 400 һарыҡ һәм 200 ат һатып алынды.

БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко әйтеүенсә, 2009 йылда республиканың тоҡомло малсылығына республика һәм федераль бюджеттарҙан субсидиялар формаһында дәүләт ярҙамы 379 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.

Һуңғы алты йылда Башҡортостандың малсылыҡ хужалыҡтары 60 меңгә яҡын тоҡомло башмаҡтар һәм таналар һатып алды. Был орғасы һыйыр малының 30 проценты.