7 декабрь, Шаршамбы

05 март 2010 йыл, 10:39

«Урал Лото» компанияһы Шишмә район дауаханаһына ярҙам күрһәтте

автор: Любовь Колоколова

Яҙҙың бүләктәрҙән һәм бәхетле йылмайыуҙарҙан башланыуы бик яҡшы. “Урал-Лото” хеҙмәткәрҙәренең яҙғы бер көндә Шишмә ҡасабаһындағы Үҙәк район дауаханаһына килеүе пациенттарҙы ғәжәпләндерҙе ле, шатландырҙы ла. Компания инфаркттан, инсульттан йәки ауыр имгәнеүҙәрҙән һуң реабилитация үткән пациенттарға бик кәрәкле булған заманса кресло-коляскалар бүләк итте. Уларҙы район дауаханаһының дүрт бүлексәһе алды. Германияла етештерелгән еңел, уңайлы коляскалар пациенттарға тиҙерәк аяҡҡа баҫырға ярҙам итәсәк. Ә “Урал Лото” компанияһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директоры Гөлнара Ғәлиева төрлө бүлексәләр пациенттарына һәм Еңеү байрамы алдынан диспансерлаштырыу үткән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына популяр әҙәби әҫәрҙәр томдары бүләк итте.

«Урал Лото» инициативаһын дауахана персоналы шатланып ҡабул итте һәм баш табип Әлфиә Әминева уларға ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе.

— Иҡтисади яҡтан ҡатмарлы заманда район поликлиникалары һәм стационарҙары ярҙамға айырыуса мохтаж, — тине ул. — Шуға күрә «Урал Лото» компанияһына ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт! Ауыл дауаханаларына бүленгән финанс хәҙер иң кәрәкле ихтыяждарға ғына етә: ғүмерҙе ҡотҡарыу өсөн препараттарға, сығым материалдарына. Бағыусыларҙың ярҙамы менән генә беҙ ауырыуҙарҙың хәлен яҡшырта һәм медиктарҙың ауыр хеҙмәтен еңеләйтә алабыҙ.

Бөтә пациенттар ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алды һәм «Урал Лото» вәкилдәренә сәләмәтлек һәм именлек теләне, ә иң әүҙемдәре рекордлы джек-пот менән ҡыҙыҡһынды, ул был аҙнана 11300000 һумдан ашып китәсәк. Кем белә, бәлки, буласаҡ миллионер тап Шишмәлә йәшәйҙер.

темалар: лотерея,акция