4 декабрь, Йәкшәмбе

05 март 2010 йыл, 10:05

2009 йылда Башҡортостанда мең кешегә 580 «квадрат» торлаҡ сафҡа индерелде

автор: Эльвира Латипова

Былтыр Башҡортостанда бер мең кешегә иҫәпләгәндә 580 квадрат метр дөйөм торлаҡ майҙаны сафҡа индерелде. Был күрһәткесте арттырып үтәгән биләмәләр ҙә бар. Беренсе урынды Өфө районы биләй. Бында бер мең кешегә иҫәпләгәндә 4946 квадрат метр торлаҡ майҙаны файҙаланыуға тапшырылған. Иглин һәм Стәрлетамаҡ райондарында бер меңдән ашыу квадрат метр сафҡа индерелгән.

2009 йылда Башҡортостанда дөйөм майҙаны 2 миллион 352 мең квадрат метр тәшкил иткән 24,6 мең фатир төҙөлгән. 2008 йылғы кимәл һаҡлап ҡалынған. Рәсәйҙең дүрт төбәгендә: Мәскәү өлкәһендә,  Краснодар крайында, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына Башҡортостандағыға ҡарағанда күберәк төҙөлә.

— Ыңғай үҫешкә шәхси төҙөлөштө тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә өлгәшелде. Шәхси средстволар һәм банкыларҙың кредиттары иҫәбенә дөйөм майҙаны 1 миллион 933,6 мең квадрат метрлыҡ 17,6 мең шәхси торлаҡ йорт төҙөлгән. Был 2008 йылғы кимәлгә ҡарағанда 19,2 процентҡа күберәк. Дөйөм  республика буйынса торлаҡты сафҡа индереүҙә шәхси торлаҡ йорттар өлөшө 82,2 процент тәшкил итә.

темалар: төҙөлөш