5 декабрь, Дүшәмбе

05 март 2010 йыл, 8:52

Ҡайғы уртаҡлашып телеграмма ебәрелде

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Абхазияның тәүге президенты Владислав Григорьевич Ардзинбаның вафат булыуы сәбәпле, Абхазия Республикаһы Президенты Сергей Багапшҡа ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.

Телеграммала шулай тиелә:

“Абхазия Республикаһы Юғары Советының тәүге рәйесе һәм тәүге президенты Владислав Григорьевич Ардзинбаның ҡапыл вафат булыуы тураһындағы хәбәр йөрәктәребеҙҙе ауыр ҡайғыға һалды.

Беҙ уны һоҡланғыс кеше, тыуған иленең ысын патриоты, ҙур дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, билдәле ғалим-шәрҡиәтсе булараҡ белә инек. Ул Абхазия Республикаһын аяҡҡа баҫтырыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе, Рәсәй һәм БДБ илдәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ итте. Беҙ уның менән СССР Юғары Советындағы берлектәге эш буйынса яҡын дуҫтар инек.

Күп милләтле Башҡортостан исеменән ошо ауыр юғалтыу сәбәпле туғандаш Абхазия халҡының, мәрхүмдең бөтә туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам.

Владислав Григорьевич Ардзинба хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.