Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

«Үҙ йортом» программаһы баш ҡала яны сигенән сыға

Иҡтисад

Башҡортостанда “2007-2010 йылдарға иҫәпләнгән “Үҙ йортом” аҙ ҡатлы торлаҡ тоҙөлөшөн үҫтереү"  республика маҡсатлы программаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Быйылғы йылда яңы майҙандар үҙләштерелә. Программа Өфө ҡалаһы яны сиктәренән сыға.  

— Әлеге көндә республиканың һигеҙ ҡалаһы “Үҙ йортом” программаһында ҡатнашыуға заявка биргән, — ти БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин. – Аҙ ҡатлы йорттар төҙөләсәк урындарҙағы инженер инфраструктураһына аҡса бүленгән.

Атап әйткәндә, Туймазы, Бөрө һәм Сибай ҡалалары Өфөнөң күләмле шәхси йорттар төҙөлөшө тәжрибәһен үҙләштерергә йыйына.

Өфө эргәһендә лә яңы майҙандар үҙләштереләсәк. Йоматау, Зубово һәм Мармылево янында төҙөлөш йәйелдереләсәк.  Шамонино, Жуково һәм Дорогинола башланған эштәр дауам ителә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй күләмендәге был уникаль программа республика халҡын осһоҙ һәм сифатлы торлаҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Бер квадрат метрға билдәләнгән хаҡтар 10 меңдән 14 мең һумға тиклем. “Аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө идаралығы” ДУП-ы менән берлектә подряд ойошмалары 15 төрлө эшләнештә 54, 72 һәм 90 квадрат метрлыҡ йорттар тәҡдим итә. Инженер инфраструктураһы бюджет ресурстары  иҫәбенә төҙөлә. Йорт хаҡының бер өлөшөн тәҡдим ителгән ташламалы кредит алып ҡапларға мөмкин. Ул йылына һигеҙ процент менән биш йылға бирелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть