Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Төркиә илселеге советнигы менән осрашыу үтте

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратында Мәскәүҙәге Төркиә Илселегенең дин мәсьәләләре буйынса советнигы Бекир Герек менән осрашыу үтте. Диниә назараты рәйесенең мәғариф, тышҡы бәйләнештәр һәм йәмәғәтселек менән элемтә буйынса урынбаҫары Руслан Саяхов “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүенсә, һөйләшеүҙәр оҙайлы ваҡытлы булмаһа ла, бик һөҙөмтәле булды.

— Осрашыу сиктәрендә мәғариф һәм мәҙәни бәйләнештәр өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡуҙғатылды, — тине ул. – Атап әйткәндә, беҙ художестволы һәм фотокүргәҙмәләр үткәреү планында, шулай уҡ китаптар, беренсе сиратта, дини әҙәбиәт нәшер итеү өлкәһендә үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәрен тикшерҙек.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть