6 декабрь, Шишәмбе

04 март 2010 йыл, 17:23

Сәнәғәт хәүефһеҙлеге эксперттар иғтибары үҙәгендә

автор: Юлай Мәғсүмов

17-18 мартта Өфөлә “Шартлау-янғын сығыу ихтималлы һәм химик хәүефле производство объекттарында сәнәғәт именлеге” IV ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Уны ойоштороусылар араһында – Башҡортостан эксперттар ассоциацияһы, Өфө дәүләт нефть техник университеты, «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Риском» Фәнни-сәнәғәт союзы (Мәскәү ҡалаһы). Ғилми-ғәмәли конференцияға БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР Фәндәр академияһы һәм башҡа ойошмалар әүҙем ярҙам күрһәтә. Конференция программаһы һәм уға ҡағылышлы бөтә документтар http://www.bashexpert.ru сайтында бирелгән.

Бөгөн был форумды ойоштороусылар «Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Башҡортостан эксперттар ассоциацияһы генераль директоры, техник фәндәр кандидаты Наил Абдрахманов билдәләүенсә, ғилми-ғәмәли форумға Өфөгә бөтә Рәсәйҙән 140-тан ашыу ҡатнашыусы — ғалимдар, эксперттар, белгес-практиктар киләсәк. Конференция ӨДНТУ-ла үтәсәк, бында махсус күргәҙмә ойоштороласаҡ. Стендтар конференциялар залы фойеһында урынлаштырыласаҡ. Күргәҙмәлә махсус ҡорамалдарҙың ватан һәм сит ил өлгөләре менән танышырға мөмкин буласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәтенең 1-се отряды начальнигы Рәйес Арсланов журналистарға 2009 йылдың майында көскә ингән янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек техник регламентының яңы нормаларын ғәмәлгә индереү һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина, нефтехимия комплексы предприятиелары һәр ваҡыт тәбиғәт ресурстарын иң ҙур файҙаланыусылар булды, тип хәбәр итте. Тимәк, иң ҙур бысратыусылар ҙа. Республика предприятиелары тәбиғәтте һаҡлау сараларына былтыр, донъя финанс көрсөгөнә ҡарамаҫтан, 2,2 миллиард һум аҡса бүлде. Шулай ҙа проблемалар әле етерлек.

Һәр хәлдә, Өфөлә ике көн буйына барасаҡ “Шартлау-янғын сығыу ихтималлы һәм химик хәүефле производство объекттарында сәнәғәт именлеге” ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларға уртаға һалып һөйләшерлек мәсьәләләр байтаҡ.

Конференция эшендә ҡатнашырға теләүселәр bashexpert@mail.ru электрон адресына заявка ебәрә ала.