Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө районында яңы төҙөлөш материалдары производствоһы сафҡа индерелә

Иҡтисад

Быйылғы йылда Башҡортостандың Өфө районында төҙөлөш материалдары етештереүсе яңы ике ҙур производство ойошторола. Был турала БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы коллегияһы ултырышында  ведомство башлығы Рауил Ибәтуллин хәбәр итте.

«Главбашстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте йылылыҡ һаҡлаусы материал – газ силикатынан стена изделиелары етештереүсе заманса производствоны сафҡа индерә. Уның ҡеүәте — йылына 230 мең продукция. Эквивалентта 100 миллион дана шартлы кирбескә тиң. «Үҙ йортом» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең производство ҡеүәттәре пенополистироль йылытыу ҡатламы булған ағас йыйылма панелдәрҙән эконом-класындағы аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөргә мөмкинлек бирә.  Йылына компания 400 мең квадрат метрға яҡын торлаҡ биналыҡ материалдар етештерәсәк. Шул уҡ мәлдә, Ибәтуллин әйтеүенсә, йыйылма панелдәрҙе торлаҡ йорттар өсөн генә түгел, балалар баҡсаһы, мәктәп, фельдшер-акушер пункты кеүек социаль объекттар төҙөлөшөндә лә ҡулланырға мөмкин буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть