6 декабрь, Шишәмбе

04 март 2010 йыл, 16:34

Башҡортостан-Германия: хеҙмәттәшлек нығый

автор: Сергей Захаров

ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү нигеҙендә Башҡортостанда эш сәфәре менән Баден-Вюртемберг еренең «Көнбайыш-Көнсығыш» йәмғиәте рәйесе Ганс Эренфрид Мате булып китте.  

Уның БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев менән осрашыуы барышында республика менән Федератив Германия республикаһы йәмәғәт ойошмаһының ике яҡлы хеҙмәттәшлегенең перспективалары тикшерелде.  

Германиянан килгән ҡунаҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Салауат ҡалаһы педагогия коледжы студенттары менән осрашты. Уларға халыҡ-ара мөнәсәбәттәр темаһына лекциялар уҡыны.

БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетта ҡайһы бер социаль һәм мәҙәни проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса һөйләшеүҙәр үтте. Атап әйткәндә, сентябрҙә Штутгартта БР Рус дәүләт академия драма театрының гастролдәре үтәсәк. Йәнә бер проект күҙе күрмәгән кешеләрҙең проблемаларына йүнәлтелгән. Башҡа программалар Башҡортостан менән Германияның мәғариф һәм медицина өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүенә ҡайтып ҡала.