9 декабрь, Йома

04 март 2010 йыл, 16:18

Стәрлетамаҡта эш хаҡын түләмәү факты буйынса енәйәт эше асылды

автор: Елена Макушина

РФ прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығының Стәрлетамаҡ буйынса тикшереү бүлеге «УЗБАШавто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең экс-директорына ҡарата енәйәт эше асты. Эш РФ Енәйәт кодексының 145.1-се статьяһы 1-сө өлөшө (предприятие етәксеһенең,  яуыз йәки башҡа төрлө шәхси мәнфәғәтенән сығып, ике айҙан ашыу эш хаҡы түләмәүе) буйынса ҡуҙғатылды.  

РФ прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығы етәксеһенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса ярҙамсыһы Светлана Абрамова хәбәр итеүенсә, Кунчераев етәкселегендәге предприятиеның 50-нән ашыу хеҙмәткәре 10 ай буйына эш хаҡы алмаған, йыйылған сумма 10 миллион һумдан ашып киткән. Шул уҡ ваҡытта «УЗБАШавто» директоры үҙе кассала булған ҡулаҡсаны үҙ мәнфәғәтендә тотонған: башҡа предприятиеға йыллыҡ 2 процент менән займ сифатында биреп торған, үҙ ихтыяждары өсөн 750 мең һумлыҡ автомобиль һатып алған, реклама роликтары прокатына аҡса һалған, шулай уҡ эш хаҡын да ваҡытында алып торған. Мәҫәлән, 2009 йылдың ике айында ғына ул үҙенә 200 мең һум самаһы аҡсалата түләү алған.

Предприятиеның башҡа етәкселәренең дә был законһыҙ ғәмәлдәргә ҡыҫылышы тикшерелә.