7 декабрь, Шаршамбы

04 март 2010 йыл, 13:58

«Дуҫлыҡ моңо-2010» фестиваленең һайлап алыу турына заявкалар ҡабул итеү тамамлана

автор: Әлфиә Әһлиуллина

10 мартта «Дуҫлыҡ моңо-2010» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙары фестиваленең I һайлап алыу турына заявкалар ҡабул итеү тамамлана. Фестиваль 25-26 мартта Нефтекама ҡалаһында үтәсәк, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.

«Дуҫлыҡ моңо-2010» фестивалендә ҡатнашыу өсөн 16 йәштән 35 йәшкә тиклемге һәүәҫкәр башҡарыусылар, шулай уҡ музыка училищелары вокал бүлектәренең беренсе курс һәм юғары уҡыу йорттарының әҙерлек вокал бүлеге студенттары саҡырыла.

Конкурс ҡағиҙәләре элеккесә ҡала: ҡатнашыусыларҙың һәр береһе дүрт әҫәр башҡарырға тейеш. Конкурс программаһында мотлаҡ башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары, башҡорт һәм татар композиторҙарының эстрада әҫәрҙәре башҡарылырға тейеш.

Конкурстың тағы бер зарури шарты: башҡарыусылар башҡорт халыҡ йырын башҡортса, ә татар халыҡ йырын татарса йырларға тейеш.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән конкурсанттар өс әҫәр башҡара: башҡорт халыҡ йыры, туған телендә йыр һәм башҡорт йәки татар профессиональ композиторының эстрада йырын.

«Дуҫлыҡ моңо-2010» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙары фестивале Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов яҡлауында үткәрелә. Уны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте.

«Дуҫлыҡ моңо-2010» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыу шарттары тураһында ентекле мәғлүмәттәрҙе Өфөлә (8-3472) 272-53-25, 8-906-374-51-24 йәки Нефтекамала (8-34783) 4-83-19, 4-24-72 телефондары аша шылтыратып белешергә мөмкин.