8 декабрь, Кесе йома

04 март 2010 йыл, 12:13

Алма-Атала Әхмәтзәки Вәлидиҙең улы ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үтә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

10 мартта Алма-Атала Ҡаҙағстан Республикаһының Милли китапханаһында Әхмәтзәки Вәлидиҙең улы Сөбәдәй Туған ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үтә. Ултырышта Башҡортостан, Ҡаҙағстан һәм Төркиәнән күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар ҡатнаша, тип хәбәр итә ҠР Мәҙәниәт һәм мәғлүмәт министрлығының Төрки мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереү буйынса халыҡ-ара ойошмалағы (ТӨРКСОЙ) вәкиле Асҡар Турғанбаевҡа һылтанма менән “КАЗИНФОРМ” мәғлүмәт агентлығы.

Уның әйтеүенсә, был сара ТЮРКСОЙ менән иғлан ителгән Әхмәтзәки Вәлиди Йылы сиктәрендә үткәрелә.