11 декабрь, Йәкшәмбе

04 март 2010 йыл, 12:05

Өфөлә ҡайтанан дружинниктар дежур итә башлаясаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса йәштәр дружиналары ойошторорға йыйыналар. Уны төҙөү инициативаһы менән ҡала Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы сығыш яһаны, һәм Советтың быйылғы тәүге ултырышында депутаттар был проектты хуплап сыҡты. Дружиналарҙы быйыл икенсе кварталға ойошторорға планлаштырылды.

2010 йылда ҡаланың Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары  шулай уҡ Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты менән бергә ҡала предприятиеларында һәм учреждениеларында йәштәр йәмәғәт ойошмалары төҙөү буйынса эш алып барырға, Өфө йәштәрен Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашыуға йәлеп итергә йыйыналар.

Бынан тыш, тиҙҙән ҡаланың Йәштәр йәмәғәт палатаһының рәсми сайты барлыҡҡа килергә тейеш. Совет ултырышында депутаттар уны булдырыу тураһындағы мәсьәләне лә ҡараны.