9 декабрь, Йома

04 март 2010 йыл, 11:58

Өфөлә Еңеүҙең 65 йыллығына арналған саралар планы раҫланды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡала Советы депутаттары Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләү алдынан республиканың баш ҡалаһында үтәсәк саралар планын раҫланы.  

Өфө властары һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәренә тәғәйенләнгән “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл” юбилей миҙалдарын тапшырыуҙы төп мәсьәләләрҙең береһе тип билдәләгән.

Март айы дауамында Ҡала Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, БР эҙәрмәндәр отрядының төбәк йәмәғәт фонды һәм ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы һуғыш йылдарында хәбәрһеҙ юғалған яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр йыйыу һәм асыҡлауҙы планлаштыра.

Планда Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының фатирына ремонт яһау һәм ветерандарға матди ярҙам күрһәтеү буйынса мәрхәмәтлек акцияларын үткәреү ҙә ҡаралған, әлеге мәлдә ремонт эштәре башланған һәм июндә тамамланырға тейеш.

Ҡала округы Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән БР эҙәрмәндәр отряды төбәк йәмәғәт фонды “Хәтер китабы”н әҙерләү менән шөғөлләнә, ул байрам алдынан майҙа нәшер ителәсәк.

Апрель – майҙа ҡалала һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре менән осрашыуҙар, мәктәптәрҙә “батырлыҡ дәрестәре”, ҡала ойошмаларының хеҙмәт  коллективтары менән ветерандарҙы ҡотлау тантаналары үткәреләсәк.  

Иң мөһим тантаналар, әлбиттә, майҙа үтә. Ҡала Советы депутаттары етәкселегендә Өфө предприятиелары һәм ойошмалары «Георгиев таҫмаһы» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша, Еңеү Паркында, һәйкәлдә, ҡалалағы обелисктар һәм мемориаль ҡоролмалар янында сәскәләр һалыу тантаналары үткәрелә, ә  9 майҙа ҡалала байрам парады ойошторола.