5 декабрь, Дүшәмбе

04 март 2010 йыл, 11:43

Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы коллегияһы он-лайнда күрһәтеләсәк

автор: Дмитрий Слезин

Профсоюздар федерацияһы йортонда (Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 1) Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы башланды. Уның төп темаһы – «Башҡортостан Республикаһы йәштәр,  физкультура-спорт һәм туризм ойошмаларының 2009 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре һәм 2010 йылға төп бурыстар тураһында».

Ултырыш барышын www.rutube.ru, www.minsport02.ru һәм http://www.bashsport.ru сайттарында он-лайнда күҙәтеп барырға мөмкин.

Коллегияның киңәйтелгән ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин һәм уның урынбаҫарҙары, шулай уҡ коллегия ағзалары булып торған башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Сара сиктәрендә йәштәр сәйәсәте, физик культура, спорт һәм туризм өлкәһендәге иң яҡшы белгестәрҙе хөрмәтләү, республика конкурстарына йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы наградлау тантанаһы үткәрелә.