Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡала башҡорттарының теле һәм демографияһы буйынса ғилми-ғәмәли конференция

Сәйәсәт

15 апрелдә Октябрьский ҡалаһы «Ҡала башҡорттары: тел һәм демография проблемалары» VI төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк. Ул III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалы базаһында үтәсәк.

Форумды ойоштороусылар – Президент Хакимиәте, Башҡортостан Хөкүмәте, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР Фәндәр академияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты.

Ғилми докладтар темалары: «Ҡала башҡорттарының формалашыу тарихы», «БР-ҙың төньяҡ төбәгендә тел хәле», «Милли кадрҙар әҙерләү өсөн һөнәри йүнәлештәге эш», «Этник-ара бәйләнештәр һәм милли үҙаң проблемалары», «Башҡорттарҙың урбанизация процестары һәм уларҙың этник йөҙөн һаҡлау», «Ҡала шарттарында тәрбиә һәм милли белем биреү, демография һәм ҡала халҡының сәләмәтлеге проблемалары». Конференция  йомғаҡтары буйынса материалдар йыйынтығы сығарыу планлаштырыла.  

Докладтар 15 мартҡа тиклем «Ҡала башҡорттары» билдәһе менән yulchi81@mail.ru электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә.

Ойоштороу комитетының адресы: 450054, Өфө, Октябрь проспекты, 71, 401-се кабинет. Бәйләнеш телефондары: (347) 235-60-50, 8-927-32-77-547.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть