Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың дүрт эшҡыуары Мәскәүҙә миҙалдар алды

Иҡтисад

Башҡортостандан дүрт эшҡыуар ҡатын был көндәрҙә Мәскәүҙә барған XIII "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабында еңеү яуланы. Бүләкләү тантанаһынан һуң Башҡортостан делегацияһы етәксеһе — БР Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьминаның хәбәр итеүенсә, беҙҙең конкурсанттарыбыҙ дүрт миҙал яулаған, шуларҙың икәүһе – исемле.

Исемдәре ҡуйылған миҙалдар «Домовенок» балалар кафеһы селтәре директоры (Өфө) Римма Еникееваға һәм «Неон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры (Өфө) Наталья Денисоваға бирелде. Мәғлүмәт технологиялары менән белем биреү үҙәге ИСТРА директоры (Стәрлетамаҡ) Тамара Кудрейко һәм «РегионОпт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры (Стәрлетамаҡ) Елена Матвеева  конкурстың миҙалдарына лайыҡ булды.

Еңеүселәрҙе бүләкләү Царицында Екатерина һарайында үтте. Тантанала Рәсәй Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы президенты Татьяна Малютина, "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" конкурсы идеяһы авторы, яҡташыбыҙ Елена Мәхмүтова, шулай уҡ билдәле эшҡыуарҙар һәм абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть