Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

«Бәләкәй Ватаныбыҙҙа - ҙур эштәр» конкурсына эштәр ҡабул итеү дауам ителә

Йәмғиәт

2010 йылдың 20 мартына тиклем БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы  «Бәләкәй Ватаныбыҙҙа — ҙур эштәр» социаль проекттар конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеүҙе дауам итә.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең гражданлыҡ әүҙемлеген арттырыу, үҫеп килеүсе быуындың лидерлыҡ сифаттарын, ойоштороу, проект, коммуникатив мәҙәниәтен үҫтереү, ауылдарҙа көнүҙәк мәсьәләне хәл итеүҙә балалар һәм йәштәрҙең социаль һәм ижади инициативаһына булышлыҡ итеү был сараның төп маҡсаты иҫәпләнә.

Конкурста БР муниципаль берәмектәренең мәғариф һәм йәштәр сәйәсәте учреждениеларында урынлашҡан балалар һәм йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары, уларҙың филиалдары һәм бүлексәләре ҡатнаша ала.

Проекттарҙың темалары — «Тәртип һәм хәүефһеҙлек», «Мәҙәниәт», «Мәғариф», «Һаулыҡ», «Ял», «Төҙөкләндереү», «Экология», «Үҙидара», «Үҫмерҙәр-йәштәр мөхитендә ирекле берекмәләр үҫеше буйынса ойоштороу эштәре».

Ойоштороусылар әйтеүенсә, ниндәй йүнәлешле булыуына ҡарамаҫтан, эштәр көнүҙәк булырға, ғәмәлгә ашырыу планы һәм аныҡ иҫәпләүҙәре күрһәтелергә тейеш (проектты ғәмәлгә ашырыуға ҡулда булған һәм талап ителгән сумманы күрһәтеп, заявкаға сығымдар сметаһы ҡушып бирелә).

Проектты тормошҡа ашырыуҙа күмәк йәштәр ҡатнашасаҡ эшләнмәләргә айырым иғтибар бирелә.

Оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән проекттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.

Эштәр түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10-сы йорт. Белешмәләрҙе 251-57-19 телефонынан алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть