8 декабрь, Кесе йома

04 март 2010 йыл, 10:18

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының «Донъяны төҫтәрҙә күреү» төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә

автор: Марина Шумилова

Башҡортостанда Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты белгестәре менән халыҡты комплекслы тикшереүгә йүнәлтелгән «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Донъяны төҫтәрҙә күреү» төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Был көндәрҙә табип-офтальмологтарҙың бер төркөмө республиканың Балтас районында эшләй. Бында 300-гә яҡын пациент тикшеренеү үткән, шуларҙың 25-нә Өфөгә институтта дауаланыуға йүнәлтмә бирелгән.

Был киң ҡоласлы социаль проектты ғәмәлгә ашырыу 2009 йылдың октябрендә “Берҙәм Рәсәйҙең” Башҡортостан бүлексәһе менән Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтының хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү төҙөүенән һуң башланды. Юғары квалификациялы табиптар портатив ҡорамалдар менән райондарға, уларҙы көтөп торған, ләкин ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында үҙҙәре Өфөгә килә алмаған, медицина ярҙамына мохтаж кешеләргә юллана. Белгестәр әйтеүенсә, дауалауға мохтаж пациенттарҙың барыһы ла партия ярҙамында институтҡа һәм ҡабат өйөнә бушлай алып барып ҡуйыла. Проект бер йылға иҫәпләнгән. Тикшереү республиканың бар райондарында ла үтәсәк. Алыҫ райондар халҡына юғары технологиялы медицинаны яҡынайтыуҙы төп маҡсаты иткән проектты бойомға ашырыуҙа дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, һайланған властың һәр кимәлендәге “Берҙәм Рәсәй” депутаттары әүҙем ҡатнаша.        

Белешмә өсөн. “Берҙәм Рәсәй” партияһы үҙенең эшмәкәрлегендә һаулыҡ һаҡлауҙың үҫеше һәм камиллашыуына тейешле иғтибар итә. Партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе республикала булдырмау мөмкин булған һәм ваҡытынан алдағы үлемде иҫкәртеү юлы менән, демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға, ғүмер оҙонлоғон арттырыуға, сәләмәт тормош алып барыуға уңайлы шарттар тыуҙырып, халыҡты сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән “Рәсәй: беҙ оҙаҡ йәшәргә тейеш” проектын әүҙем ғәмәлгә ашыра. Был проект нигеҙендә 2009 йылда республиканың дауалау – профилактика учреждениелары дүрт миллион һумдан ашыу суммалыҡ ҡорамалдар (гематологик анализаторҙар, һейҙек анализаторҙары) менән тәьмин ителгән. Был ҡорамалдар бушлай Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Туймазы, Мәләүез ҡалаларының һәм Ҡырмыҫҡалы, Шишмә райондарының дауалау- профилактика учреждениеларына ебәрелгән.  

Проект йүнәлештәренең береһе – шәкәр диабеты менән сирлеләргә ярҙам итеү. Өфөлә шәкәр диабеты менән сирләүселәрҙе глюкометрҙар менән тәьмин итеү буйынса мәрхәмәтлек акцияһы үткән. Акция барышында уны 1600 кеше алған, йәнә 1300 шприц-ручкалар район дауаханаларына ебәрелгән. Республика медицина учреждениеларына тапшырыласаҡ ҡорамалдар исемлегенә “Элта” компанияһы етештергән  гликогемотестар ҙа (глюкозаһы артыҡ булған гемоглобинды билдәләүсе приборҙар) индерелгән. Башҡортостан Республикаһында шәкәр диабеты менән сирлеләрҙең хоҡуғын яҡлау буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһе бындай ҡорамалдар менән Башҡортостан поликлиникаларын һәм дауаханаларын тәьмин итеүҙе ойоштора.  2010 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәктәрҙә балалар диализ үҙәктәрен асыу буйынса проект башларға ниәтләй, Башҡортостан төбәк бүлексәһе  «Югория-мед» медицина страховкалау компанияһы менән берлектә уны ғәмәлгә ашыра башлаған да инде. Белорет, Бәләбәй һәм Сибайҙа «яһалма бауыр» аппараттары урынлаштырылған, ошондай уҡ аппараты Күмертауға алып барып тапшырыу ҙа планлаштырыла.

Әлеге ваҡытта «Берҙәм Рәсәй» илебеҙ тормошоноң һәр өлкәһен үҙ эсенә алған 40-ҡа яҡын проектты ғәмәлгә ашыра.

темалар: партиялар