10 декабрь, Шәмбе

04 март 2010 йыл, 8:58

Раил Сарбаев: «Мәғлүмәт технологияларын үҫтереүгә етди ҡараш талап ителә»

автор: Эльмира Сабирова

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев рәйеслегендә үткән сираттағы кәңәшмәлә мәғлүмәт-коммуникация технологиялары үҫеше тикшерелде.

— Был мәсьәлә бик мөһим һәм етди, — тине Раил Сәлих улы.

— Республикабыҙ Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә электрон Башҡортостан булдырыу, электрон Хөкүмәт сиктәрендә БР-ҙың мәғлүмәт-коммуникация технологиялары һәм дәүләт хеҙмәттәрен электрон күрһәтеү тураһында айырым пункт менән әйтелә.

Раил Сарбаев билдәләүенсә, бөгөн төбәктә база өлөшө булдырылды һәм уңышлы эшләй. Уға дәүләт власы органдары порталы, дәүләт хеҙмәттәре сайты, дәүләт һатып алыуҙары порталы, төбәк раҫлау үҙәге, ведомство-ара мәғлүмәттәр йәһәтенән үҙ-ара эш итеү системаһы, мәғлүмәт киоскылары һәм электрон карта инә.

-  Бурыс ябай — халҡыбыҙҙың төрлө инстанциялар буйлап йөрөүен, сираттарҙы кәметеү, шул иҫәптән коррупция осраҡтарын юҡҡа сығарыу. Ҡыҫҡаһы — граждандарыбыҙҙың тормошон еңеләйтеү, — тине Раил Сарбаев.

“Электрон Хөкүмәт” программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән вәкәләтле орган — БР-ҙың Иҡтисади үҫеш министрлығына ҙур әһәмиәт бирелә. Ведомство башлығы Евгений Евтушенко билдәләүенсә, вәкәләтле органға өс төп йүнәлеш беркетелгән. Улар — федераль башҡарма власть органдары тарафынан күрһәтелгән хеҙмәттәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙең йөкмәткеһен тикшереүгә ҡайтып ҡалған йыйылма реестрҙың мәғлүмәт ресурсын алып барыу, методик тәҡдимдәр булдырыу, мониторинг һәм мәғлүмәттәргә анализ.

— Ил һәм республика етәкселегенең ошо мәсьәләгә ҙур иғтибар биреүен иҫәпкә алып, мәғлүмәт технологияларын үҫтереүгә етди ҡараш булдырыу зарур, — тине Раил Сарбаев.

Ул бөтә башҡарма власть органдарына 1 апрелгә тиклем дәүләт хеҙмәттәрен электрон төрҙә күрһәтеүгә күсеү буйынса календарь план төҙөргә һәм уны ведомство-ара комиссияға тәҡдим итергә ҡушты.