5 декабрь, Дүшәмбе

03 март 2010 йыл, 17:33

«Иммунопрепарат»та 369 миллион һумдан ашыулыҡ продукция сығарылды

автор: Юлай Мәғсүмов, Гүзәл Йосопова

Өфөнөң "Иммунопрепарат" предприятиеһы коллективы уңышлы хеҙмәт старты алды. Быйыл ғинуар–февралдә 369 миллион 480 мең һумлыҡ продукция әҙерләнде. Етештереү планы 112 процентҡа үтәлде. Физик күләм индексы 392 процентҡа тигеҙ.

Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һаулыҡ һаҡлауҙың көндәлек ихтыяждары өсөн талап ителгән иммунобиологик һәм фармацевтик саралар сығарылды. Улар иҫәбендә иммунодефицитты, бактериаль һәм вируслы инфекцияларҙы дауалау өсөн ҡан препараттары, быуындар һәм умыртҡа бағанаһының дегенератив сирҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау өсөн дарыуҙар, "сусҡа" киҙеүенә ҡаршы "Пандефлю" вакцинаһы һәм башҡалар.