7 декабрь, Шаршамбы

03 март 2010 йыл, 17:08

Әбйәлил районында капиталь ремонттан һуң Ташбулат врач амбулаторияһы асылды

автор: Елена Макушина

Бөгөн Әбйәлил районында капиталь ремонттан һуң Ташбулат ауыл врач амбулаторияһы асылды. Ауыл һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы ете тораҡ пункты халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Бында медицина ярҙамы һорап 4000 самаһы урындағы халыҡ мөрәжәғәт итә ала.

Әбйәлил үҙәк район дауаханаһы баш врачының дауалау эше буйынса урынбаҫары Мөнирә Хафизова хәбәр итеүенсә, ремонт ярты йыл буйына алып барылды, хәҙер бина эстән дә, тыштан да ялтлап тора.

— Бында 15 урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар, стоматология кабинеты барлыҡҡа килде, лаборанттың эш урыны тулыһынса йыһазландырылды, — тине Мөнирә Аслан ҡыҙы. – Ремонт эштәре республика һәм урындағы бюджеттар иҫәбенә финансланды. Дөйөм алғанда, 8 миллион самаһы аҡса тотонолдо.

Хәҙер амбулаторияла эҫе һәм һыуыҡ һыу ҙа, канализация ла бар, газ менән йылытыла. Көн һайын бында педиатр, терапевт һәм стоматолог ауырыуҙарҙы ҡабул итәсәк.