5 декабрь, Дүшәмбе

03 март 2010 йыл, 16:47

Ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән хеҙмәттәре өсөн наградалар

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Евгений Рәхимҡолов

Бөгөн Өфө хакимиәтендә төрлө тармаҡтан иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе наградлау тантанаһы үтте. Ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән өфөләргә наградаларҙы ҡала Советы рәйесе урынбаҫары Салауат Ҡыуатов тапшырҙы.

— Уҙған йыл беҙҙең өсөн ауыр булды, — тине ул, йыйылыусылар алдында сығыш яһап. — Финанс көрсөгө эҙемтәләре күп проекттарҙы тормошҡа ашырыу процесын ҡыйынлаштырҙы. Шуға ҡарамаҫтан, 2009 йылда, элекке кеүек үк, Өфөлә ҡала маҡсатлы программалары уңышлы тормошҡа ашырылды, рухи һәм мәҙәни өлкәләрҙә лә ҙур уңыштарға өлгәшелде. Быйыл беҙҙең алда байтаҡ бурыстар тора – былар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын лайыҡлы үткәреү, Рәсәйҙә Уҡытыусы йылы һәм Башҡортостанда Республика йылы сиктәрендә саралар ойоштороу.

Ҡала округы Советы Президиумы ҡарары буйынса ике кеше был көндө ҡаланың иң юғары наградаһын – Өфө ҡалаһы ҡала округының Хөрмәт грамоталарын һәм уларға күкрәккә таға торған билдәләрен алды. Медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт  медицина университетының госпиталь терапияһы кафедраһы профессоры Бәйнә Әхмәтова менән “Күсемһеҙ милек үҙәге” махсус муниципаль учреждениеһының күсемһеҙ милек менән эшләү буйынса менеджеры Нина Школьниктың республика баш ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары бына шулай билдәләнде.

Бынан тыш, тағы 21 кешегә ҡала округы Советының Хөрмәт грамоталары тапшырылды. Награда алыусылар араһында – ҡаланың транспорт предприятиелары, йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәткәрҙәре, производство эшселәре, врачтар, уҡытыусылар, инженерҙар, предприятие етәкселәре.

темалар: бүләкләү