9 декабрь, Йома

03 март 2010 йыл, 16:08

Башҡортостан вәкилдәре Татарстан мосолмандарының IV съезында ҡатнашты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре Татарстан мосолмандарының IV съезында ҡатнашты. Республикабыҙҙан был форумға Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Әйүп Бибарсов, Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә директоры Илдар Малахов, «Ихлас» мәсете имам-хатибы Мөхәммәт Ғәлләмов һәм Октябрьский ҡалаһының имам-мөхтәсибе Рөстәм Шакиров барҙы.

Съезда шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән мосолман руханиҙары вәкилдәре ҡатнашты. Был сара сиктәрендә Рәсәй мосолмандарын берләштереү һәм махсус мосолман телеканалы булдырыу кеүек илебеҙ мосолмандары берләшмәһенең мөһим мәсьәләләре тикшерелде.

темалар: дин