11 декабрь, Йәкшәмбе

03 март 2010 йыл, 15:49

Екатеринбургта Башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Екатеринбургта Башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Республиканың мәҙәниәт оҫталары һәм Екатеринбургтың һәүәҫкәр артистары ҡатнашлығындағы сара Свердловск дәүләт өлкә халыҡ ижады һарайының Ҙур залында үтте һәм Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына һәм Екатеринбург ҡалаһының “Йәдкәр” башҡорт театр коллективы ижади эшмәкәрлегенең 10 йыллығына арналды.

Башҡортостандан фестивалдә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы ҡурайсы Азат Айытҡолов, йырсы Харис Шәрипов һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең төбәк-ара бәйләнештәр бүлеге начальнигы Зәлифә Барлыбаева ҡатнашты.

Әйткәндәй, Зәлифә Барлыбаева концерт программаһын ойоштороуҙа методик һәм режиссерлыҡ ярҙамы күрһәтте. Ул тағы ла бер мөһим миссия башҡарҙы: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев исеменән “Йәдкәр” коллективы етәксеһе Фәймә Йосоповаға милли традицияларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Хөрмәт грамотаһы тапшырҙы.

Фәймә Йосопованың хеҙмәте Свердловск өлкәһе етәкселеге тарафынан да билдәләнде. Уны Свердловск өлкәһенең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы вәкиле, Халыҡ ижады һәм милли мәҙәниәттәр үҙәге директоры Ирина Качесова, Свердловск өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы Өлкә Думаһы депутаты ярҙамсыһы Фәүиә Сафиуллина ла ҡотланы.

Үҙ сиратында “Йәдкәр” коллективы, Екатеринбургтың башҡа һәүәҫкәр ансамблдәрендә ҡатнашыусылар фестиваль ҡунаҡтарына башҡорт бейеүҙәренән, йырҙарынан, спектаклдәрҙән өҙөктәрҙән торған ҙур концерт программаһы күрһәтте.