4 декабрь, Йәкшәмбе

03 март 2010 йыл, 13:44

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау башланды

автор: Марина Шумилова

Башҡортостанда июнь айында Өфөлә үтәсәк III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек дауам итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комиеты раҫлаған графикка ярашлы, март – апрелдә район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары үтәсәк, уларҙа бөтә донъя форумына делегациялар составы билдәләнәсәк. Бөгөн район ҡоролтайҙары Әбйәлил, Баҡалы, Борай һәм Хәйбулла райондарында үткәрелә. Унан алда ҡоролтайҙар ауыл биләмәләрендә үтте.

Һайлау тураһында Положениеға ярашлы, ҡоролтай делегаттарының кәмендә 30 процентын йәштәр тәшкил итергә тейеш. Делегациялар ойоштороуҙың тағы бер мөһим шарты – альтернативалыҡ: бер делегат мандатына кәмендә ике кеше дәғүә итергә тейеш. Бөтә донъя ҡоролтайына делегаттар һайлау Рәсәй төбәктәрендә лә башлана. Мәҫәлән, 5 мартта Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы үҙәге – Ҡоншаҡ ауылында район башҡорттары ҡоролтайы үтәсәк. Унда ҡатнашыусылар башҡорт мәҙәниәтен, телен, халыҡтың рухын тергеҙеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәсәк, шулай уҡ өлкә ҡоролтайына делегаттар һайлаясаҡ. Ул Силәбе өлкәһе делегацияһы составын билдәләйәсәк. Бөтә донъя форумына вәкилдәр нормаһы – Башҡортостан райондарынан һәм ҡалаларынан 2000 башҡортҡа 1 делегат, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән 3000 башҡортҡа 1 делегат.

Форум секцияларын әҙерләү менән шөғөлләнеүсе эшсе төркөмдәр ҙә үҙ эшмәкәрлеген башланы. Әҙерлек этабында Бөтә донъя ҡоролтайы тикшереүенә сығарыласаҡ мөһим проблемалар буйынса 14 ҙур ғилми-ғәмәли конференция, конкурстар, йәштәр форумдары һәм семинарҙар үткәреләсәк.