Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Биатлон»да саңғы буйынса Рәсәй федераль именлек хеҙмәте чемпионаты старт алды

Йәмғиәт

Өфөлә «Биатлон» спорт – һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте чемпионаты старт алды.

«Башинформ» агентлығына Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ярыштарҙа Үҙәк, Көньяҡ, Төньяҡ – Көнбайыш, Волга буйы, Урал, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтарынан әлеге ваҡытта хеҙмәт итеүсе хеҙмәткәрҙәрҙән тупланған йыйылма командалар ҡатнаша.  

Ярыштың беренсе көнөн ҡатын-ҡыҙҙар – 3, ир-егеттәр 5 километрға йүгереү менән асты.  Беренсе урынды Үҙәк федераль округы командаһы яуланы. Алыҫ Көнсығыш федераль округы йыйылма командаһы икенсе урынға лайыҡ булды, ә өсөнсө урында — Төньяҡ – Көнбайыш федераль округы спортсылары.

Өсөнсө мартта оҙонораҡ дистанциялар ҡаралған — ҡыҙҙарға 5 километр, көслө заттарға 10 километр. Ә 4х5 километрлыҡ эстафета чемпионаттың һуңғы көнөнә билдәләнгән, унан һуң ҡатнашыусыларҙы ярышты ябыу тантанаһы һәм иң яҡшы саңғысыларҙы бүләкләү тантанаһы көтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть