11 декабрь, Йәкшәмбе

03 март 2010 йыл, 12:35

«Алексеевка» совхозында һәм «Байрамғол» агрофирмаһында иң күп һөт һауыла

автор: Эльвира Латипова

Өфө районының «Алексеевка» совхозы» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы һәм Учалының «Байрамғол» агрофирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте малсылары республикала иң күп һөт һауып ала. Совхоз — тоҡом малы заводы, ә агрофирма тоҡомсолоҡ репродукторы статусына эйә. Уҙған йылда Алексеевка эшсәндәре һәр һыйырҙан уртаса 8065 килограмм һөт һауып алған, ә агрофирма малсылары – 7081 килограмм.

Совхоз 2008 йылғы һөҙөмтәләрен һаҡлап алып ҡалған, ә Учалы районы хужалығы уны кәметкән (2008 йылда агрофирмала бер һыйырҙан уртаса  8067 килограмм һөт һауылған).

Алдынғы «һөт биреүсе» тоҡом малы хужалыҡтары иҫәбенә йәнә Дүртөйлө районының Киров исемендәге һәм Горшков исемендәге тоҡомсолоҡ заводтары һәм ошондай уҡ статуслы Калинин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы инә. Бындай күрһәткес буйынса иң яҡшы тоҡом репродукторҙары булып Тәтешле районының К.Маркс исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, Ауырғазының «Уңыш» ауыл хужалығы кооперативы, Туймазының «Бишенде» ауыл хужалығы кооперативы һәм «Нерал Матрикс» ауыл хужалығы предприятиеһы һанала.

— Дөйөм алғанда тоҡом хужалыҡтарының барыһынан да һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 5208 килограмм тәшкил иткән, — тине республиканың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары  Николай Коваленко. – Шул уҡ ваҡытта, бонитировка мәғлүмәттәре буйынса, һыйырҙарҙың 23 проценты алты мең килограмдан ашыу һөт биргән. Был генетик потенциалдың ҙур булыуын аңлата.

Малсылыҡ предприятиелары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген билдәләүсе йәнә бер күрһәткес – 100 һыйырҙан алынған быҙау иҫәбе. Дүртөйлө тоҡомсолоҡ заводтары 100 быҙау алған, ә Тәтешле тоҡом репродукторҙарында һәр йөҙ һыйырға 98 быҙау тура килә.

Тоҡом малсылығында һыйырҙарҙы яһалма аталандырыу, тимәк, ошоға ярашлы, махсус пункттар иҫәбе лә ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн республикала бындай 751 пункт эшләй. Был эш һәйбәт алып барылған райондарҙа быҙауҙар иҫәбенең дә, һауылған һөт күләменең дә күберәк булыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, Дүртөйлө, Саҡмағош һәм Тәтешле райондары ауыл хужалығы предприятиеларында һайырҙарҙың 95 проценттан ашыуы яһалма аталандырыла, һәм уларҙа 100 һыйырҙан 95-тән 99-ға тиклем быҙау алына. Республика буйынса был күрһәткес сағыштырмаса 80 процентҡа тиң. Ҡайһы бер райондар быға бөтөнләй әһәмиәт бирмәй. Мәҫәлән, Бүздәк районында һыйырҙарҙы яһалма аталандырыу менән уҙған йылда бөтөнләй шөғөлләнмәгәндәр.