5 декабрь, Дүшәмбе

03 март 2010 йыл, 12:13

Европа врачтары ҡатнашлығында неврология буйынса белем биреү курсы үтә

автор: Елена Макушина

Европа неврологик йәмғиәттәр федерацияһы (EFNS) Өфөлә неврология буйынса төбәк белем биреү курсы үткәреү планын раҫланы. Ул 2010 йылдың 8-10 июленә тәғәйенләнгән. Был курстар йәш белгестәргә Европаның төп неврологтары менән осрашыу, уларҙың лекцияларын тыңлау, интерактив семинар занятиеларына, видеосессияларға барыу, һорауҙар биреү һәм дискуссияларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге биреү өсөн донъяның төрлө илдәрендә үткәрелә. Башҡортостан Республикаһында бындай курс EFNS һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ярҙамында тәүге тапҡыр үткәреләсәк. Курстың төп темалары: "Ауыртыу", "Деменциялар" һәм "Нейрореабилитация". Лекторҙар сифатында Швейцария, Австрия, Германия, Словения һәм башҡа илдәрҙән профессорҙар саҡырылған. Курс аҙағында теләүселәр имтихан тапшыра һәм EFNS сертификаты ала ала.

"Европа федерацияһы беҙҙең заявканы хуплауына беҙ бик шатбыҙ, — ти БДМУ-ның неврология клиникаһы директоры профессор Ләйлә Әхмәҙиева. — Был йәш коллегаларыбыҙға, Өфөнән сыҡмайынса, Европаның билдәле белгестәренән заманса мәғлүмәт алыу өсөн уникаль шанс".

Хәҙерге ваҡытта ойоштороу мәсьәләләре һәм потенциаль ҡатнашыусыларҙы теркәү менән әүҙем шөғөлләнеүсе эшсе төркөм булдырылған. Урындар һаны сикләнгән, ә унда ҡатнашыуға заявкалар Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм БДБ илдәренән килә башланы ла инде. Шуға күрә конкурс үткәреү планлаштырыла, унда инглиз телен яҡшы белгән инициативалы йәш неврологтарға өҫтөнлөк биреләсәк.