9 декабрь, Йома

03 март 2010 йыл, 11:49

Өфөлә ҡала төҙөлөшөн проектлауҙың яңы нормативтары ғәмәлгә индерелде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Республиканың баш ҡалаһында Өфө ҡалаһы ҡала округының ҡала төҙөлөшөн проектлауҙың яңы нормативтары эшләй. Документтар Өфө ҡала төҙөлөшө һәм архитектураһының баш идаралығы һәм  Өфө Баш архитектураһының «Архитектура-планлаштырыу бюроһы» муниципаль унитар предприятиеһы менән әҙерләнгән.

— Был нормативтар — РФ Ҡала төҙөлөшө кодексының талабы, — тип хәбәр итте Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында Өфө мэрияһының архитектура һәм төҙөлөш баш идаралығының начальнигы урынбаҫары Галина Чиглинцева. – Улар Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының ғәмәлдәге ҡануниәтенә, янғын хәүефһеҙлеге буйынса техник регламентҡа ярашлы әҙерләнгән, шулай уҡ ҡаланың был өлкәгә ҡағылышы булған бар хеҙмәттәре һәм ойошмалары менән килешеү буйынса башҡарылған.  Был документтарҙа халыҡ йәшәйешен уңайлы шарттар менән тәьмин итеүҙе иҫәпләүҙең минималь күрһәткестәре республика нормативтарындағы күрһәткестәрҙән түбән була алмай. Ә транспорт һәм спорт ҡоролмаларына килгәндә иһә, бында улар артып уҡ киткән.

Галина Чиглинцева билдәләүенсә, нормативтар республиканың баш ҡалаһы статусын иҫәпкә алып, Өфөнөң тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Тәбиғи-экологик мөхитте рациональ файҙаланыу, ҡаланың мәҙәни һәм тарихи мираҫы һаналған ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм тергеҙеү ҙә мөһим параметрҙар иҫәбендә.

Нормативтар Өфө биләмәһендә эшмәкәрлек алып барған бар төҙөлөш субъекттары менән мотлаҡ үтәлергә тейеш.