Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Белорет металлургия комбинатында ярыш старт алды

Иҡтисад

«Мечел» компанияһына ингән Белорет металлургия комбинатында предприятие хакимиәте һәм профсоюз комитеты тарафынан ойошторолған традицион шәхси ярыш старт алды. Ярышта еңеүселәр дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән наградланасаҡ.

Ярыш хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә, предприятие хеҙмәткәрҙәренең производство бурыстарын үтәүҙә юғары һуңғы һөҙөмтәләргә өлгәшеүенә, шулай уҡ эш һөҙөмтәлелеген һәм сифатын яҡшыртыуға, сығымдарҙы экономиялауға, хеҙмәт дисциплинаһын нығытыуға йүнәлтелгән. Ярышта эшселәр, белгестәр һәм комбинат етәкселәре ҡатнаша, улар “Һөнәре буйынса иң яҡшы эшсе” һәм “Комбинаттың иң яҡшы белгесе” исемдәре өсөн көрәшәсәк.

Ярышҡа һуңғы йомғаҡ 10 июлгә тиклем “Белорет металлургия комбинаты” асыҡ акционерҙар комбинаты хакимиәте һәм профсоюз комитетының берлектәге ултырышында яһаласаҡ. Ә наградлау тантанаһы һөнәри байрамдары – Металлургтар көнө алдынан үткәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть