Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Балиғ булмаған ҡыҙ әсирлектән ҡотҡарылды

Йәмғиәт

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһынан хәбәрһеҙ юғалған балиғ булмаған ҡыҙҙы тапты. Уны Дағстан Республикаһы территорияһында көсләп тотҡандар.

Көс ведомствоһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығына 2009 йылдың ноябрендә Өфөнән балиғ булмаған ҡыҙҙың юғалыуы тураһында яҙып бирелгән ғариза нигеҙендә оператив-эҙләү саралары комплексы ойошторола. Уның барышында йәштәрҙе традицион булмаған дини ағымдарға ылыҡтырыу һәм аҙаҡтан уларҙы Төньяҡ Кавказ территорияһына алып сығыу буйынса схема асыҡлана.

Алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостандан 1994 йылғы бер ҡыҙ интернет аша әүҙем яҙышыу барышында дағстанлылар тарафынан ҡаты психологик эшкәртеүгә дусар ителә. Уның аңын томалап, Башҡортостандан ситкә алып китәләр.

Дағстандың бейек тауҙар араһында урынлашҡан бер ауылға килтергәс, бисараның документтарын, аҡсаһын, кеҫә телефонын тартып алып, көсләп кейәүгә бирәләр. Әсирлектәге ҡыҙҙы псевдоире төрлө физик йәберләүҙәргә дусар итә.

2010 йылдың ғинуарында ҡыҙ тотҡонлоҡтан ҡасыу әмәлен таба. Махачкалаға килеп еткәс, ул Шамил исемле бер әҙәм менән таныша. Алынған мәғлүмәттәр буйынса, был кеше бисараны Дағстан Республикаһынан ситкә алып китеп, радикаль ойошмаларҙың береһенең эшмәкәрлегенә йәлеп итергә йыйына. Ваҡытында алынған мәғлүмәттәр һөҙөмтәһендә Өфө ҡыҙы поезға ултыртыр алдынан бер нисә сәғәт алдан ғына Махачкала фатирҙарының береһендә табыла. Дағстанға килеп еткән БР буйынса Эске эштәр министрлығы органдарынан бер төркөм хеҙмәткәрҙәр ҡыҙҙы Өфөгә килтерҙе.

Ҡыҙҙы урлауҙа ғәйепләнеүселәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә ҡарала.

Теги: именлек
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть