10 декабрь, Шәмбе

03 март 2010 йыл, 10:26

Дәүләт Думаһы депутатының юғары белем тураһында дипломы ғәмәлгә яраҡһыҙ тип танылды

автор: "Башинформ"

БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы республиканан Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Назаровты дисквалификацияланы, тип хәбәр итә "Интерфакс-Поволжье" агентлығы.

"Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы 2010 йылдың 27 февралендәге приказы менән А.Назаровҡа бирелгән юғары профессиональ белем тураһында ДВС №0470679 серияһы (2001 йылдың 28 апреленән 250-се теркәү номеры) дипломын ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныны", — тип хәбәр итте шишәмбе көнө академияның уҡыу һәм тәрбиә эше буйынса проректоры Римма Федько.

Р.Федько әйтеүенсә, "ошо уҡ приказ менән А.Назаровҡа "менеджер" квалификацияһы биреү тураһында вуздың дәүләт аттестация комиссияһы ҡарары ла законға яраҡһыҙ булараҡ кире ҡағылды ".

темалар: мәғариф