8 декабрь, Кесе йома

03 март 2010 йыл, 10:19

Сатраш буйынса Өфө кубогы тамамланды

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

Башҡортостандың баш ҡалаһында 25 февралдә старт алған страш буйынса Өфө асыҡ команда Кубогы тамамланды. Турнирҙы Өфөнөң физик тәрбиә һәм спорт буйынса комитеты һәм ҡала сатраш федерацияһы ойошторғайны.  

"Башинформ" агентлығына федерацияның башҡарыусы директоры Денис Малиндың хәбәр итеүенсә, әйләнеш системаһы буйынса ете турҙа барған уйында һигеҙ команда ярышҡан. Ун мәрәй менән өсөнсө урынды ФИДЕ мастеры Илдар Иҙрисов һәм спорт мастерына  кандидаттар Юрий Аплаев, Владимир Селегененко, Владимир Пензиндан торған "Квартет" командаһы яулаған. 12 мәрәй йыйып, "ӨДАТУ “ командаһы өсөн сығыш яһаған спорт мастерлығына кандидаттар Ильяс Ғәзизов, Максим Ибраһимов, Рөстәм Иҙрисов, Денис Кондаратцев, Карина Әхмәтова икенсе урын алған.

14 мәрәй менән "Оракул" командаһы – спорт мастерына кандидаттар Роберт Йәмилов, Александр Ноздрин, Всеволод Гаврилов, Григорий Козлов һәм ФИДЕ мастеры Дмитрий Дармин Кубок еңеүселәре булған.  Һуңғы тапҡыр бындай команда Кубогы Өфөлә 1993 йылда үткәрелгәйне. Уны артабан йыл һайын үткәрергә ниәтләйҙәр.

темалар: сатраш