11 декабрь, Йәкшәмбе

03 март 2010 йыл, 10:05

Шамил Вахитов: бюджеттың һәр һумы файҙа килтерергә тейеш

автор: Эльвира Латипова

Быйыл тоҡомсолоҡ хужалыҡтары һәр шартлы мал башына биш мең һум иҫәбенән бюджет субсидиялары аласаҡ. Быйыл дәүләт ярҙамы күләме былтырғыға ҡарағанда аҙыраҡ буласаҡ, тип хәбәр итте беренсе вице-премьер, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Тоҡомсолоҡ эше буйынса координацион совет ултырышында.

Былтыр был маҡсаттарға федераль бюджеттан – 146 миллион һәм республика бюджетынан 25 миллион һум аҡса тотонолдо. Ул саҡта 98 хужалыҡ субсидия алды. Финанс ярҙамы күләме һәр шартлы мал башына һигеҙ мең һумдан ашыу булды.

Шамил Вахитов әйтеүенсә, быйыл селекция эше әүҙем алып барылған хужалыҡтар ғына тоҡомсолоҡ эшенә ярҙамға бюджет аҡсаһы аласаҡ.

— Субсидия бүленгән хужалыҡтар һаны кәмей. Башлыса, уларҙың тоҡомсолоҡ ойошмаларына ҡуйылған талаптарға тап килмәүе арҡаһында. Беҙ күп тапҡырҙар яһалма тороҡландырыу, тоҡомло нәҫел үгеҙҙәрен файҙаланыу тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Әгәр был эш юҡ икән, хужалыҡ бөтә субсидияларҙан да мәхрүм ителә. Был Бүздәк, Ҡыйғы, Федоровка, Хәйбулла, Балаҡатай, Бәләбәй һәм башҡа ҡайһы бер райондарға ҡағыла.

Һанап кителгән райондарға хәлде төҙәтеү һәм дәүләт ярҙамы алырға маташыу өсөн ун көн ваҡыт бирелде.

— Быйыл былтырғыға ҡарағанда аҡса аҙыраҡ. Көрсөк беҙгә лә килеп етте. Бюджеттың һәр һумы файҙа килтерергә тейеш, — тине Шамил Вахитов.