4 декабрь, Йәкшәмбе

03 март 2010 йыл, 10:04

Өфөлә 1430 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан

автор: Евгений Рәхимҡолов

Торлаҡ шарттарын 2009 йылда 1430 ғаилә яҡшыртҡан. Был турала Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, 200 фатир социаль найм буйынса бирелгән, 163-ө – эш урынынан, 42 фатирҙы йәш ғаилә алған, 176 фатир — һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, ике фатир – күп балалы ғаиләләргә, ҡалғандары башҡа төрлө шарттарҙа бирелгән.

— Уҙған йылда бар донъяны ялмаған иҡтисади көрсөктөң күңелһеҙ эҙемтәләре ҡала халҡын торлаҡ менән тәьмин итеүгә лә ҡағылды — социаль ипотека кредитлауы буйынса ни бары 317 фатир һатып алынды, — тине Павел Качкаев. — Сағыштырыу өсөн, уҙған йылдарҙа был күрһәткес беҙҙең ҡалала 1100 фатир кимәлендә һаҡланды.

Оператив кәңәшмә барышында, бынан тыш,  коммуналь түләүҙәр ҙә тикшерелде. Павел Качкаев әйтеүенсә, февралдә коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр 91 процент күләмендә йыйылған.  Шул уҡ мәлдә ҡайһы бер бюджет ойошмаларының һаман да йылытыу буйынса бурыстары бар. Мәғариф линияһы буйынса, мәҫәлән, был бурыс 40 миллион һум тәшкил итә. Һәм шул уҡ мәлдә кәрәкле средстволары бар, ләкин улар ваҡытында күсерелмәй.  

Павел Качкаев йыйылышта ҡатнашыусыларҙың иғтибарын республика Президенты Мортаза Рәхимовтың БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен ғәмәлғә ашырыу буйынса ҡала етәкселәре менән саралар планын әҙерләү кәрәклегенә йүнәлтте.  

—Президент Мөрәжәғәтнамәһендә республика һәм ҡала өсөн мөһим мәсьәләләр яҡтыртылған, — тине ул. – Шуға күрә Мөрәжәғәтнамәне ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар планы ла мөмкин тиклем аныҡ һәм нәтижәле булырға тейеш.