Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Полиэф» инженерҙарының һөнәри оҫталығы бөтә Рәсәй кимәлендә билдәләнгән

Иҡтисад

«Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре “Йыл инженеры” бөтә Рәсәй конкурсында икенсегә лауреат исемен алды. Масштабы, маҡсаттары, төрлө инженер һәм тикшеренеү өлкәләрен үҙ эсенә алыуы арҡаһында был конкурс илебеҙҙең иң яҡшы инженер көстәрен билдәләүсе күләмле һәм абруйлы сара иҫәпләнә.

Диплом һәм сертификаттар, билдәләр һәм иҫтәлекле миҙалдар тапшырыу Мәскәүҙә, Рәсәй фәнни һәм инженер йәмәғәт ойошмалары берекмәһенең Инженер даны залында үтте.

«Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, предприятиеның баш технологы Евгений Семенько «Сәнәғәт производствоһын ойоштороу һәм идара итеү» номинацияһында лауреат исемен алған. 11-се ағып төшкән һыуҙарҙы таҙартыу һәм ҡалдыҡтарҙы зарарһыҙландырыу цехы начальнигы Радик Фәхретдинов «Химия» номинацияһында бүләкләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть