5 декабрь, Дүшәмбе

03 март 2010 йыл, 9:39

«Агрокомплекс-2010». Бында көрсөк һиҙелмәй

автор: Марият Артюхова

Өфөлә асылған «Агрокомплекс» күргәҙмәһе тағы ла үҙенең муллығын иҫбатлай. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән көрсөктө тулыһынса кире ҡаға. Унда бөтөн нәмәне табырға мөмкин: Өфөнөң «Аврора» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йүгәндәренән алып «Башсельхозтехника» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең мөһабәт комбайндарына тиклем.

Ғәҙәттә, күргәҙмә Өфө Спорт һарайының эске бинаһын, фойеһын һәм уның алдындағы майҙанды биләй. Элекке йылдарҙағы экспозициялар менән сағыштырғанда быйыл ойоштороусылар ҡатнашыусылар составын ярайһы уҡ киңәйткән.  

Асыҡ һауала теҙелеп киткән машина-трактор паркы һәм технологик ҡорамалдар өлгөләре иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Улар башлыса Рәсәйҙә етештерелгән. Экспонаттар араһында  – ҡатнаш мал аҙығы мини-заводы һәм модернизацияланған тракторҙар.

Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың Спорт һарайы эсендәге бүлектәре лә һис тә ҡалышмай. Бында эшкәртелгән ауыл хужалығы продукцияһын төрөү буйынса ҡорамалдар күп ҡуйылған. «Русская трапеза» һәм «Термопак» (Мәскәү) үҙ линияларының эшен үк күрһәтә. Бер техниканы ла резинотехник изделиеларһыҙ файҙаланып булмай. Мәҫәлән, «Ремтехкомплект» (Өфө) үҙ продукцияһының киң ассортиментын тәҡдим итә. Көньяҡ Урал үлсәүҙәр заводы (Белорет) электрон ҡорамалдары менән байтаҡ майҙанды биләгән. Агросәнәғәт комплексында IT-технологияларҙы ҡулланыу иғтибарҙы йәлеп итә.      

Әйткәндәй, быйыл күргәҙмәлә тауыҡтар ҡытҡылдауы һәм әтәстәр ҡысҡырыуы уға эшлеклелек атмосфераһы өҫтәй. Улар Стәрлетамаҡтың «Родонит» ҡошсолоҡ хужалығынан килтерелгән. Бында шулай уҡ Пермь, республиканың Балаҡатай фермерҙары йорт ҡуяндары менән ситлектәр ҙә бар.

Күргәҙмә етәкселәрҙә һәм белгестәрҙә генә түгел, баҡсасыларҙа ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Орлоҡтар һәм үҫентеләр, ябыу материалдары эргәһендә халыҡ күп ҡайнашты. Республиканың эшкәртеү предприятиелары ла үҙ продукцияһын: кондитер һәм колбаса изделиеларын тәҡдим итте. Бал һатылған бүлектәрҙән дә кеше өҙөлмәне.

темалар: күргәҙмәләр