6 декабрь, Шишәмбе

02 март 2010 йыл, 17:22

Максим Чудов: Олимпиада-2010 бөтә яҡтан ғауғалы булды

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Шишәмбе, 2 мартта, Ванкуверҙағы Ҡышҡы Уйындар-2010-да миҙал (“бронза”) яулауға өлгәшкән берҙән-бер Башҡортостан спортсыһы Өфөгә әйләнеп ҡайтты. Аэропортта үҙ геройын традиция буйынса тренерҙары, дуҫтары, туғандары, БР Спорт министрлығы вәкилдәре һәм бер төркөм журналистар ҡаршы алды.

— Олимпиада бик ауыр һәм бөтә яҡтан ғауғалы булды, — тип Максим үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты аэропортта уҡ ойоштороп ебәрелгән матбуғат конференцияһында, — был Уйындарҙы ойоштороуға ла, спортсыларға ҡарата мөнәсәбәткә лә ҡағыла. Ашатыу ҙа йүнле булманы, насар шарттарҙа йәшәнек.

Уйындар фажиғә менән башланып китте – грузин санасыһы күнекмә ваҡытында һәләк булды, һәм барыһы ла, ғөмүмән, Олимпиада булыр микән, тип уйлай башланы.

Рәсәй йыйылма командаһының Ванкуверҙағы уңышһыҙ сығышы тураһындағы һорауға Чудов бик аҡыллы яуап бирҙе:

— Хәҙер ғәйеплеләрҙе эҙләргә кәрәкмәй. Был бөтә Рәсәй халҡының проблемаһы, беҙҙең уртаҡ проблемабыҙ. Дөрөҫ һығымта яһарға һәм дөйөм бер эште башҡарып сығырға ынтылырға – Сочи-2014-кә әҙерләнергә кәрәк. Илебеҙҙә яҡшы класлы ете-һигеҙ биатлонсы мотлаҡ табылыр, тип уйлайым.

Хәтерегеҙҙәлер, Уйындарҙағы уңышһыҙ старттан һуң Максим Чудов ярыш офоғонан юғала:

— Уңышһыҙ спринттан һуң миңә, ғәфү ит, Максим, беҙ һине артабанғы уҙыштарға алмайбыҙ, тинеләр. Мин запастағылар эскәмйәһенә эләктем, — ти тулҡынланып Максим. — Ул мәлдә мин ғәрләнеү тойғоһо кисерҙем: мине күп йылдар белгән тренерҙар миңә ышаныуҙан туҡтаны. Минең уйымса, команданың бөтә уңышһыҙлыҡтарын кемгәлер япһарырға кәрәк ине бит. Күрәһең, ошо кеше мин булдым.  

— Ләкин мин өмөтһөҙлөккә бирелмәнем, күнекмәләремде һәм һәр уҙышҡа әҙерләнеүемде дауам иттем, – тип дауам итә Чудов, – һәм эстафетаға көн ярым ҡалғас, миңә: «Әҙерлән, өсөнсә этапта йүгерәсәкһең», тинеләр. Ғөмүмән, мин Уйындарға лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтергә әҙерләнеп барғайным. Ләкин һөҙөмтәлә эстафета уҙышында ғына берҙән-бер «бронза» олимпия миҙалы алыуға өлгәшелде.

Спортсының ата-әсәһе, һис шикһеҙ, был миҙал менән бик ҡәнәғәт ине:

— Беҙ Максимдың ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көттөк. Етмәһә миҙал менән, бронза төҫөндә булһа ни, ул беҙҙең өсөн барыбер «алтын».