8 декабрь, Кесе йома

02 март 2010 йыл, 15:49

Күмертауҙа Башҡорт әҙәбиәте көндәре үтте

автор: Марина Шумилова

Күмертауҙа Республика йылына арналған Башҡорт әҙәбиәте көндәре үтте. Уларҙа БР Яҙыусылар союзы делегацияһы ҡатнашты, уның составына Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Марсель Сәлимов, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлнур Яҡупова, Хәсән Назаров, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Әхмәҙин Әфтәхетдинов, Лилиә Ҡәйепова инде.

Ике көн буйына билдәле шағирҙар һәм яҙыусылар ҡала округының белем биреү учреждениеларында ижади осрашыуҙар үткәрҙе. Улар уҡыусыларҙы үҙ әҫәрҙәре менән таныштырып ҡына ҡалманы, шулай уҡ ижади пландары менән уртаҡлашты, балаларҙың һорауҙарына теләп яуап бирҙе. 1-се балалар музыка мәктәбендә үткәрелгән музыкаль-шиғриәт осрашыуында ҡунаҡтар менән бер рәттән ҡала округы хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнашты. Был ижади осрашыуҙа төп ваҡиға булып Күмертау яҙыусыларының 2009 йылда сыҡҡан китаптарын презентациялау торҙо.

Яҙыусылар делегацияһы исеменән уның етәксеһе – БР Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина күмертауҙарға йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ошо осрашыу иҫтәлеге итеп китап бүләк итте. Ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Агишева, осрашыу бик уңышлы булды, тип билдәләне һәм бындай сараларҙы дауам итергә кәрәк, тигән теләк белдерҙе. Музыкаль-шиғриәт осрашыуы Күмертауҙың ижади коллективтары сығышы менән тамамланды.

темалар: әҙәбиәт