3 декабрь, Шәмбе

02 март 2010 йыл, 15:30

Өфөнөң 2-се йылылыҡ электр станцияһындағы реконструкцияланған ҡаҙандар һыуыҡтарҙа һынау үтте

автор: Эльвира Латипова

Өфөләге 2-се йылылыҡ электр станцияһының яңыртылған һыу йылытыусы ике ҡаҙаны файҙаланыуға тапшырылған тәүге ҡышта уңышлы эшләне. Улар көсөргәнештәр артҡан осорҙа ҡулланыусыларға йылылыҡ энергияһы етештереү өсөн тәғәйенләнгән. Энергетиктарҙың өмөттәре аҡланды.  

Һыу йылытыу ҡаҙандарын реконструкциялау йылылыҡ электр станцияһын яңынан техник йыһазландырыуҙың мөһим этабы булды.  Ҡаҙандарҙың етештереү ҡеүәте 100-ҙән  сәғәтенә 120 Гкалға артты. Был, үҙ сиратында, йылылыҡ электр үҙәгенең уртаса баҫымлы блок агрегаттарынан көсөргәнеште яңыртылғандарына күсерергә мөмкинлек бирҙе. Агрегаттар демонтажланған, уларҙың урынында яҡын арала быу-газ ҡулайламаһы төҙөлөшө башлана — әле унда фундамент эштәре башҡарыла, тәүге свайҙар ҡағыла.

Быйылғы ҡышта ике һыу йылытыу ҡаҙаны ла әүҙем ҡулланылған, шулай ҙа 2-се ҡаҙан ауырлыҡтың төп өлөшөн үҙ өҫтөнә алған. Ҡаты һыуыҡтарҙа селтәрҙәге һыуҙы билдәләнгән кимәлдә тотоу өсөн ҡаҙандар тәүлек әйләнәһенә эшләгән. Элек, реконструкцияға тиклем, бындай һыуыҡтарҙа бер нисә белгестең бергә эшләүе талап ителгән. Хәҙер иһә үҙәк идара итеү щитынан бер машинист барыһын да контролдә тота. Компьютер мониторында агрегаттар эшенең бар күрһәткестәре лә асыҡ күренә. Был температура графигын бирелгән үлсәмдә тоторға, эштең экономиялы режимын һаҡларға ярҙам итә.  

«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге мәлдә ике ҡаҙанлыҡ та резервта тора, ләкин һауа температураһы ныҡ түбәнәйгәндә улар тиҙ арала эшкә ҡушыласаҡ.