9 декабрь, Йома

02 март 2010 йыл, 15:16

Үҫмерҙәр араһында енәйәтселек кәмей

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә 2009 йыл барышында үҫмерҙәр араһында енәйәтселек кәмеүе билдәләнде. Был турала ҡала хакимиәте башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә Балиғ булмаған үҫмерҙәрҙең эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның яуаплы секретары Светлана Шакирова хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, былтыр 374 белем биреү учреждениеһында һәм үҫмерҙәр клубтарында махсус тикшереү үткәрелгән, был 2008 йылдағынан өстән бер өлөшкә күберәк. Балалар һәм үҫмерҙәр тарафынан ҡылынған бөтәһе 440 енәйәт асыҡланған – 2008 йылдағынан 91-гә кәмерәк.

Шул уҡ ваҡытта, Светлана Шакирова билдәләүенсә, республика баш ҡалаһында балалар енәйәтселеге менән хәл тотороҡланһа ла, ҡалала ҡарауһыҙ балалар һәм имен булмаған ғаиләләрҙә йәшәүсе балалар һаны артыуы борсоуға һала. Эҙемтә булараҡ – балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия 2009 йылда берәҙәклек һәм балаларҙың өйҙән сығып китеүе мәсьәләләре буйынса 128 эш ҡаралды. Сағыштырыу өсөн – 2008 йылда бындай эштәр 58 генә ине.

Бөгөн балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияларҙа 2234 үҫмер иҫәптә тора, улар араһында 94-е хөкөм ителгән. “Ауыр” үҫмерҙәр проблемаһы туранан-тура “ауыр” ата-әсәләр проблемаһы менән бәйләнгән. Мәҫәлән, бөгөн Өфөлә ике меңдән ашыу бала йәшәгән 1600-ҙән ашыу имен булмаған (башлыса тулы түгел) ғаилә иҫәпләнә.

— 2009 йылда ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү мәсьәләһе буйынса 443 эш ҡаралды — 2008 йылдағынан 51-гә күберәк, — тине Светлана Шакирова. – 400 осраҡта ыңғай ҡарар сығарылды. Ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү факттары күберәк ҡаланың Калинин, Орджоникидзе, Октябрь райондарында билдәләнде.

Ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев фекеренсә, балалар енәйәтселеге менән хәлдең бер аҙ яҡшырыуы тынысланырға сәбәп бирмәй.  

— Һәр бала өсөн көрәшергә кәрәк, — тине ул. – Бында бөтә эште еренә еткерергә һәм уның һөҙөмтәләрен күҙәтергә кәрәк. Мәҫәлән, 2009 йылда уҡыу йорттарында тикшереүҙәр үткәреү һөҙөмтәләре буйынса 812 бала наркологка ебәрелде. Әммә врачҡа 224 бала ғына үҙ ирке менән барҙы. Һорау тыуа: ә наркологка бармаған ҡалған 600 бала менән нимә булыр?

Павел Качкаев фекеренсә, мәктәпкә йөрөмәгән балаларҙың да яҙмышын күҙәтеп, һәр осраҡта уның ни өсөн йөрөмәү сәбәбен асыҡлап, был балаларҙың мәктәпкә йөрөүенә өлгәшеү үтә мөһим.