9 декабрь, Йома

02 март 2010 йыл, 14:40

Баҡалы ауылында янғында ир һәләк булған

автор: Елена Макушина

Уҙған тәүлек эсендә республикала 10 янғын сыҡҡан, шуларҙың береһе — баш ҡалала. Бер кеше һәләк булған, икәүһе бешеүҙәр алған.

Баҡалы районының Баҡалы ауылында 1 мартҡа ҡарай төндә кеше үлеменә килтергән янғын сыға.

Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә ағас йорт төтөн менән тулған була, аш бүлмәһе яна. Янғын һүндереү барышында унда 82 йәшлек пенсионерҙың мәйете табыла. Янғын һүндерелә. Һәләк булыусының ут менән һаҡһыҙ ҡулланыуы янғындың сәбәбе булырға тейеш, тип хәбәр иттеләр Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан.