Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Еңеүгә салют» конкурсы дауам итә

Йәмғиәт

Республиканың ижади коллективтары Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған “Еңеүгә салют” республика үҙешмәкәр художестволы ижад конкурсының зональ ярыштарында ҡатнашыуҙы дауам итә.

«Башинформ» агентлығына Республика халыҡ ижады үҙәге бүлеге начальнигы  Эльвира Әхмәтйәнованың хәбәр итеүенсә, һуңғы ике этапты үҙҙәрендә Бәләбәй һәм Сибай ҡалалары ҡабул иткән.

Баһалама ағзалары Бәләбәй район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге әҙерләгән фестиваль программаһын юғары баһалаған. Унда Бәләбәй, Дәүләкән, Туймазы, Әлшәй, Бишбүләк, Баҡалы, Йәрмәкәй, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Миәкә райондарынан ижади коллективтар һәм айырым башҡарыусылар ҡатнашҡан.  Йәмғеһе 1300 кеше.

Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе әйтеүенсә, һәр район конкурсҡа 40-45 минутлыҡ тематик концерт программаһын тәҡдим иткән. Күптәрендә урындағы тарихи, документаль, художестволы материалдар нигеҙендә театрлаштырылған элементтар ҡулланылған.

Сибайҙа Сибай, Межгорье ҡалаларынан, шулай уҡ Баймаҡ, Йылайыр райондарынан үҙешмәкәр артистар – барыһы 1000-гә яҡын кеше үҙҙәренең тематик программаларын тәҡдим иткән. Фестивлдә ҡатнашыуға “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемен алған коллективтарҙың барыһы ла етди ҡараған. Бынан тыш, конкурс сиктәрендә район һәм ҡалалар ҡул эштәренән, фотоларҙан, һуғыш йылдарындағы экспонаттарҙан торған күргәҙмә, урындағы рәссамдарҙың картиналарынан экспозиция әҙерләгән.  

“Еңеүгә салют” республика конкурсының киләһе зональ ярыштары 3 мартта — Аҡъяр ауылында (Хәйбулла районы), 4 мартта – Белорет һәм Учалы ҡалаларында, 6 мартта Стәрлетамаҡта үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть