9 декабрь, Йома

02 март 2010 йыл, 13:53

Мортаза Рәхимов "Агрокомплекс-2010" күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

Бөгөн Өфөлә ХХ "Агрокомплекс-2010" махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды. Экспофорум ҡунаҡтарына һәм ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов мөрәжәғәт итте. Сәләмләүҙә былай тиелә:  

"Башҡортостандың баш ҡалаһы — Өфөлә һеҙҙе ихлас сәләмләйем!

Бөгөн агросәнәғәт комплексы – иҡтисадтың перспективалы тармаҡтарының береһе, ә ауыл хужалығы производствоһы  – инвестицион сәйәсәттең мөһим өлкәһе.  Яңы техника һәм ҡорамалдарҙы әүҙем һатып алыу, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеүгә заманса технологиялар индереү, аграр фәндең үҫеше һөйләй был турала. Иң мөһиме – ауыл хеҙмәтсәндәре тормошо һәм эшмәкәрлеге өсөн цивилизациялы шарттар тыуҙырыла.

Булған ҡыйынлыҡтарҙы хәл итеү һәм республиканың агросәнәғәт секторын нығытыу өсөн артабанғы дәүләт ярҙамы, фән, производство һәм бизнестың тырышлыҡтарын бергә туплау ҙур әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән йолаға әйләнгән “Агрокомплекс-2010" махсуслаштырылған күргәҙмәһенең аграрийҙарға ярҙамы ҙур.

Тәжрибә уртаҡлашыу, тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеү – уның төп маҡсаты. Йылдар үткән һайын ҡатнашыусылар иҫәбен арттырып, проект уңышлыраҡ була бара. Бындай күләмдәге сара төбәк-ара бәйләнештәрҙе киңәйтергә мөмкинлек бирә. Беҙҙең агросәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәттәшлек итеүгә, ике яҡ өсөн дә файҙалы бәйләнештәр урынлаштырыу өсөн һәр ваҡыт асыҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем.

Күргәҙмәгә ҡуйылған технологияларҙың, ауыл хужалығы ҡорамалдарың һатып алыусыһын табырына һәм Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексының артабанғы ынтылышлы үҫешенә булышлыҡ итеренә инанам!

Ҡатнашыусыларға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, уңышлы эш теләйем!  

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов".