5 декабрь, Дүшәмбе

02 март 2010 йыл, 13:44

«Агрокомплекс-2010» күргәҙмәһе асылды

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Өфө Спорт һарайында «Агрокомплекс-2010» ХХ Юбилей махсус күргәҙмәһе асылды.

Был белгес-аграрийҙарҙың осрашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн традицион майҙансығы. Был юлы күргәҙмәлә Рәсәйҙең 25 төбәгенән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 180 предприятие ҡатнаша. Улар тәҡдим иткән төрлө тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр ун тематик бүлектә урынлаштырылған. Өфө «Агрокомплекс»ы — был бер майҙанда аграр производствоның тулы циклы, күп төрлө продукция һәм технологиялар.

Күргәҙмәнең иң ҡыҙыҡлы өлөшө асыҡ һауа аҫтында, Спорт һарайы алдындағы майҙанда урын алған. Был ауыл хужалығы техникаһы экспозицияһы бер нисә көн буйына әҙерләнде. Башҡортостан предприятиелары: «Башсельхозтехника», «Европа агротехникаһы-Өфө», «РусАгросСеть», «Артемида-Агро», «Баштехника» һәм башҡалар ватан һәм сит ил техникаһының иң яҡшы өлгөләрен күрһәтә.

Аҙыҡ-түлек продукттары һәм эсемлектәр етештереүселәрҙең продукцияһы айырым тематик сегментты биләй. «Башспирт» һәм Туймазының «Сава» ит комбинаты экспозициялары күргәҙмәгә килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте.

Юбилей «Агрокомплекс»ы беренсе Фермер малсылығы йәрминкәһе менән дә барыһының да иҫендә ҡаласаҡ. Аграр күргәҙмә тарихында тәүге тапҡыр фермерҙар Өфөгә йорт ҡуяндары, ҡаҙҙар, өйрәктәр, тауыҡтар килтерҙе.

Дүрт көнлөк күргәҙмә экспозиция менән генә сикләнмәйәсәк. Ойоштороусылар киң ғилми-эшлекле программа ла әҙерләгән. Түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар һәм презентациялар планлаштырылған. «Агрокомплекс»ты ҡороусылар араһында — БР Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡорт дәүләт аграр университеты, «Башҡортостан» Күргәҙмәләр комплексы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм башҡалар.