Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Өфө трикотаж фабрикаһы ир-егеттәргә һәм уҡыусыларға яңы кейем әҙерләй

Йәмғиәт

Өфө трикотаж фабрикаһы быйыл мәктәп формаһы коллекцияһын яңыртты һәм тәүге тапҡыр ир-егеттәр кейеме линияһын сығара башланы. «Башинформ» агентлығына предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, әле тауарҙың беренсе партияһы һатыуға сығарылған.

Мәктәп формаһы коллекцияһына күлдәктәр, сарафандар, джемпер, юбкалар, водолазка, жилет, свитер, төрлө фасондағы салбарҙар ингән. Изделиеларҙы тегеүгә «шотландка» һәм «ярым йөн ҡатыш» кеүек уңайлы трикотаж тауарҙар, ә водолазкалар өсөн вискоза ҡулланылған. Төҫтәр гаммаһында күк, аҡ, ҡара һәм һоро төҫтәр өҫтөнлөк итә.

Ә ир-егеттәр серияһына килгәндә, бында күк, ҡара һәм һоро төҫтәр оҫта яраштырылған алты моделдәге джемпер һәм жилеттарҙы күрергә мөмкин. Яңы линия өсөн дизайнерҙар ярым йөн трикотаж тауар ҡулланырға ҡарар иткән.

«Өфө трикотаж фабрикаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең коммерция директоры Людмила Байбуринаның әйтеүенсә, апрелдә йәйге коллекция сығарыла. Унда Италияла етештерелгән юғары сифатлы сүстәр һәм мамыҡ ҡулланылған.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть