9 декабрь, Йома

02 март 2010 йыл, 12:25

Социаль-мәҙәни проекттар конкурсына заявкалар 10 мартҡа тиклем ҡабул ителә

автор: Эльмира Сабирова

10 мартта БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы учреждениелар һәм йәштәр сәйәсәте органдары араһында үҫмерҙәр һәм йәштәр менән эште ойоштороу буйынса республика социаль-мәҙәни проекттар конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеүҙе тамамлай.

“Йәштәрҙең гражданлыҡ мәҙәниәтен һәм ойошҡанлығын үҫтереү”, “Йәштәр мөхитендә иреклелекте үҫтереү”, “Йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә”, “Йәштәр мөхитендә рухи-әхлаҡи мәҙәнилек һәм толерантлыҡ тәрбиәләү”, “Йәш ғаилә менән социаль-психологик эш” – конкурс номинациялары бына шундай.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, конкурс үҫеп килеүсе быуын араһында гражданлыҡ һәм ватансылыҡ тәрбиәләү буйынса йәштәр сәйәсәте органдарының һәм учреждениеларының эшен әүҙемләштереүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, йәштәр менән эшләүҙә инновацион технологияларҙы һәм сараларҙы һынап ҡарауға һәм таратыуға йүнәлтелгән.

темалар: конкурстар